+17 °С
Облачно


1 литр һөт, 1 литр ойоған һөт (кефир), 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты балғалаҡ лимон һуты, 1 йомортҡа, тәмләткестәр, йәшелсәләр (теләк булғанда).
Кәстрүлгә һөт ҡойоп, тоҙ һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ. Унан ойоған һөт ҡушып, яйлап ҡына болғатабыҙ. Марля менән һөҙөп, һыуын һарҡытабыҙ.
Йомортҡаға лимон һуты ҡушып, миксер менән туҡыйбыҙ ҙа эремсек менән бергә бутайбыҙ. Был һауытты ҡайнар һыу өҫтөнә ултыртып йылытабыҙ. Килеп сыҡҡан сырға үҙегеҙ теләгәнсә тәмләтергә мөмкин. Мин уны шул килеш ҡалдырам. 30 минут һыуытҡыста тотҡандан һуң әҙер була.
Эльмира Кейекҡужина рецебы.