Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Августа 2022, 07:55

Их, шәп сыр!

Өйҙә үҙебеҙ әҙерләгән сыр барыбер иң тәмлеһе! Әйҙәгеҙ, бөгөн уны эшләп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек! Тотондоҡ!  

Их, шәп сыр!Их, шәп сыр!
Их, шәп сыр!

100 г сыр өсөн 1 литр һөт, 0,5 литр кефир, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 семтем лимон кислотаһы алына.

Һөттө кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнатырға ултыртабыҙ. Болғата-болғата тоҙ өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сығыу менән кефир ҡоябыҙ, эрегәнсе болғап торабыҙ. Әҙер массаны марляға һалып, һарҡытырға ҡуябыҙ. Был мәлдә лимон кислотаһы менән йомортҡаны туҡыйбыҙ. 15 минут эсендә һарҡҡан эремсеккә йомортҡаны ҡушып, күперткәнсе туҡыйбыҙ. Бына сыр әҙер!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас