Файҙалы кәңәштәр
10 Августа 2022, 03:30

Гастрит: халыҡ рецептары

Борон-борондан гастритты дауалау өсөн етенде ҡулланалар. Был рецептта ла тап етен кәрәк була. 

Гастрит: халыҡ рецептарыГастрит: халыҡ рецептары
Гастрит: халыҡ рецептары

Борон-борондан гастритты дауалау өсөн етенде ҡулланалар. Был рецептта ла тап етен кәрәк була. 

Етен ярмалары майлы була. Шуға ла етен төнәтмәһе һуҙылып тора һәм ҡуйы була. 

Тап етен ашҡаҙандың сей яраһын һылап, ҡаплап ала, һыҙланыуҙарҙы баҫа. Ә бына етен ярмаларын ҡоро килеш ашарға кәңәш ителмәй. Ошолай иткәндә кире эффект булыуы ихтимал. Ҡоро килеш ашағанда ашҡаҙан ауырыуҙары көсәйеп ҡала. Шуға ла етенде төнәтеп эсегеҙ. Һәр ауырыу-һыҙланыуҙар тураһында онотоп торорһоғоҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас