Файҙалы кәңәштәр
8 Августа 2022, 15:01

Майҙан ғына торған шәп маска

Глицерин һәм Е витаминынан эшләнгән маскананан һуң бит тирегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер.  Әгәр рецепт оҡшаһа, комментарийға "+" ҡуйыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Майҙан ғына торған шәп маскаМайҙан ғына торған шәп маска
Майҙан ғына торған шәп маска

Е витамины матурлыҡ һәм йәшлек витамины булып тора. Тап Е витаминында коллаген бар. Әгәр коллаген етмәһә, бит тиреһе ҡартайып китә. Арыған кеүек күренә. Шуға ла был масканы көн дә битеңә һылаһаң, бит тиреһе йәшәреп китә. 

Глицерин иһә тирелә дымды тота. Шуға ла биткә һылаған саҡта йәбешкәкләнеп торасаҡ. 

Е витамины бит тиреһен ҡартайыуҙан һаҡлай, арығанлыҡты бөтөрә. Ул хатта үҫмерҙәр күҙмә-күҙ тап булған проблемаларҙы ла хәл итә. 

Рецепт

*  Е витаминының 10 капсулаһын тишеп, глицерин шешәһенә бушатабыҙ. Һәм яҡшылап һелкетәбеҙ. 

Килеп сыҡҡан масканы битебеҙгә һылап, 40-60 минут тотабыҙ. Унан салфетка менән артығын һөртөп алабыҙ. Йыуынырға кәрәкмәҫ! 

Аҙна-аҙна ярым ваҡыттан һуң бит тирегеҙ шымарып, бәрхәт кеүек булып китер. 

Һәр саҡ матур булып ҡалайыҡ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас