+25 °С
Ясна
Ҡаҡ ҡойор өсөн алманы йыуып, ҡабығын таҙарталар. Унан ит турағыс аша үткәрәләр һәм яҡшылап болғаталар.
Әйткәндәй, ҡаҡты ҡайнатмайҙар, хатта шәкәр ҙә ҡушмайҙар.
Хәҙер инде противенға пергамент ҡағыҙы (заманса силикондан эшләнгәндәре лә бара) түшәп, алма иҙмәһен йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ.
50-60 градус эҫелектәге духовкала 4-5 сәғәткә ултыртабыҙ. Духовканың ауыҙын саҡ ҡына асып торорға кәрәк.
Шулай уҡ елле урында киптерергә лә була. Ошолай иткәндә бигерәк яҡшы була.
Гөлсәсәк Фәтхулова.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-148810508_1175433