+2 °С
Облачно


Аджиканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләр өсөн
* 3 кг помидор;
* 8 уртаса ҙурлыҡтағы болгар боросо;
* 8 баш һарымһаҡ;
* 1 стакан үҫемлек майы;
* 1 стакан шәкәр ҡомо;
* 3 аш ҡалағы тоҙ;
* 4 әсе борос алына.
Башта майҙы ҡайнатып сығарыр кәрәк булыр. Унан помидорҙы ит турағыстан үткәреп өҫтәйбеҙ ҙә 1 сәғәт бешерәбеҙ.
Боросто ла, һарымһаҡты ла ит турағыстан үткәрәбеҙ. Хәҙер булған әҙерләп ҡуйылған ингридиенттарҙы помидор янына оҙатабыҙ. 15 минут ҡайнатҡандан һуң стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытып ҡуябыҙ.
Әгәр инде ныҡ әсе була тип уйлаһағыҙ әсе борос менән һарымһаҡтың күләмен кәметегеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!