Файҙалы кәңәштәр
4 Августа 2022, 10:15

Ҡыяр, помидор һәм борос менән лечо

Ҡыяр, помидор һәм борос менән лечо өсөн кәрәкле ингридиенттар:  * 1 кг ҡыяр;  * 0.5 кг помидор;  * 300 гр болгар боросо;  * 90 гр шәкәр;  * 40 гр тоҙ; * 50 гр үҫемлек майы;  * 50 мл 9%-лы уксус;  * 2-3 теш һарымһаҡ.   

Ҡыяр, помидор һәм борос менән лечоҠыяр, помидор һәм борос менән лечо
Ҡыяр, помидор һәм борос менән лечо

Ҡыяр, помидор һәм борос менән лечо өсөн кәрәкле ингридиенттар: 

* 1 кг ҡыяр; 

* 0.5 кг помидор; 

* 300 гр болгар боросо; 

* 90 гр шәкәр; 

* 40 гр тоҙ;

* 50 гр үҫемлек майы; 

* 50 мл 9%-лы уксус; 

* 2-3 теш һарымһаҡ. 

Помидорҙы ит турағыстан йәки блендерҙан үткәрәбеҙ ҙә ҙур ғына кәстрүлгә бушатабыҙ. 

Болгар боросын йыуып турайбыҙ ҙа помидор янына оҙатабыҙ. Ошонда уҡ шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һәм һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Һарымһаҡты иҙеп һалабыҙ.

Яҡшылап болғатабыҙ ҙа утҡа ултыртабыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас, утын кәметәбеҙ һәм 10-15 минут бешерәбеҙ. 

Тап ошо ваҡыттан һуң турап ҡыяр һалабыҙ ҙа болғатып алабыҙ һәм утты өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сығыу менән утты кәметеп ҡапҡасын ябабыҙ. 5-6 минуттан һуң утты һүндерәбеҙ.

Әҙер лечоны стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ. Унан әйләндереп, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ. Аҙаҡ ҡараңғыр урынға ултыртып ҡуйырға. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡыш бауыры тулы булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас