+5 °С
Облачно


Ингредиенттары:
* 1,5 кг ҡыҙыл төҫтәге болгар боросы;
* 4 әсе ҡыҙыл төҫтәге борос;
* 3 аш ҡалағы тоҙ (саҡ ҡына күберәк тә мөмкин!)
* 1 ҙур ғына помидор;
* һарымһаҡ.
Боростарҙы йыуып, эсен таҙартабыҙ. Унан киптерәбеҙ, юғиһә аджика әсеүе ихтимал.
Хәҙер барыһын бергә ит турағыстан үткәреп, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Әҙер огонекты һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!