Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Августа 2022, 07:05

Бәшмәктән һаҡ булығыҙ!

Бәшмәктәрҙең - "обманкалары" күп. Уларҙы ҡайһы саҡта белдекле бәшмәкселәр ҙә бутай. Бынан тыш күптәр бәшмәкте юлда ултырғандарҙан һатып ала. Улар нимә йыйғанын - һеҙ белмәйһегеҙ. Бәшмәктәрҙе ашар йәки ҡышҡылыҡҡа әҙерләр алдынан уның мотлаҡ ағыулы булмағанын тикшерегеҙ. Ә ул бик ябай эшләнә...

Бәшмәктән һаҡ булығыҙ!Бәшмәктән һаҡ булығыҙ!
Бәшмәктән һаҡ булығыҙ!

Ҡайһы бер ағыулы бәшмәктәрҙең ысын бәшмәккә бер тамсы һыу кеүек оҡшауы кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ошондай ҡурҡыныс янамаһын өсөн, йыйған бәшмәктәрегеҙҙе ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Бәшмәктәр араһына әрселгән, аҡ төҫтәге бер баш һуғанды һалығыҙ. Әгәр һуған күк (ҡара күк, асыҡ күк һ.б.) төҫкә инһә, бәшмәктәр араһында ағыулыһы бар. Бындай осраҡта барыһын да сығарып түгегеҙ. Йыуған, таҙартҡан бәшмәктәрҙе йәлләп, араһынан ағыулыһын эҙләп табырға маташыу – фажиғәгә килтереүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас