

Күҙҙең яуын алыр ҡайнатманы эшләү өсөн 1 кг ҡабығынан әрселгән алма һәм 700-800 гр шәкәр кәрәк була. Һәм һеҙҙең запасты дүрт ярты литрлы банкалағы ҡайнатма тултырып та ҡуйыр!
Был ҡайнатма өсөн үтә ныҡ бешмәгән, саҡ ҡына сейерәк алма ҡулланыла.
Башта алманың ҡабығын әрсеп, уртаһындағы төшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Унан 5-10 мм ҡалынлығындағы киҫәктәргә бүлеп ҡырҡҡылайбыҙ.
Табаҡҡа башта ҡыҡрҡылған алманы бер ҡат итеп теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Ошолай булған алманы һәм шәкәрҙе һалып бөтәбеҙ ҙә 6-8 сәғәткә был турала "онотоп" торабыҙ.
Алманың һуты айырылып сыҡҡас, болғатмай ғына уртаса утта 5 минут бешерәбеҙ. Тик бына ҡалаҡ менән өҫкә ҡалҡып сыҡҡан алмаларҙы төртөп сиропҡа батырып төшөрөп торабыҙ. 5 минуттан һуң утты һүндерәбеҙ ҙә йәнә 6-8 сәғәткә "онотоп" торабыҙ.
Йәнә 5 минут ҡайнатабыҙ ҙа 6-8 сәғәткә "онотабыҙ".
Һуңғы тапҡыр ҡайнатҡаныбыҙҙа был ваҡытты 10-15 минутҡа тиклем еткерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын нығытабыҙ.
Был ҡайнатманы бүлмә температураһындағы урында һаҡларға була.
Эскән сәйҙәрегеҙ татлы, табындарығыҙ йәмле булһын!