Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
28 Июля 2022, 15:13

Болгарса лечо

Бик тәмле лечоны бешерер өсөн помидор, татлы борос, үҫемлек майы һ.б. кәрәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Болгарса лечоБолгарса лечо
Болгарса лечо

Лечо өсөн 4 кг помидор, 3 кг борос, 1 стакан таҙартылған һарымһаҡ, 1 әсе борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы кәрәк була. 

Помидор, һарымһаҡ әсе боросто ит турағыстан үткәрәбеҙ. Унан иҙелнән массаға тоҙ, шәкәр һәм май ҡушабыҙ. 

Табаҡты утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут һүрән утта бешерәбеҙ. Унан туралған боросто өҫтәйбеҙ. Йәнә ҡайнап сыҡҡандан һуң йәнә 20 минут бешерәбеҙ. 

Хәҙер инде стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа ҡапҡасын нығытабыҙ. Төрөп таңға тиклем ултыртып торабыҙ. 

Был сама йәшелсәнән 5 - 6 литр лечо сыға. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле!

Автор:Эльмира Киеккужина