

Күптермә күпереп бешһен өсөн 4 кәңәш:
⠀
1. кефир мотлаҡ бүлмә температураһында булырға тейеш. Һөт кислотаһы менән сода йылыла һәйбәтерәк күпсей.
2. Ҡамыр әҙер булғас, ул 15 минуттан ярты сәғәткә тиклем ултырып торһон.
3. Ҡабарған, күпсегән ҡамырҙы ҡабат болғатырға ярамай. Ипләп кенә ҡалаҡлап табаға һалырға кәрәк.
4. Күптермәне уртаса утта табаның ҡапҡасын ябып бешерәләр. Күптермәнең өҫтө күҙләнә башлаһа, әйләндерергә ваҡыт еткән була.
Ә хәҙер рецепт тәҡдим итәбеҙ:
0,5 л кефирҙы бер аҙ йылытығыҙ (эҫеп китмәһен!). Унан 1 балғалаҡ тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа һалабыҙ. Онға сират етте. Уныһын ҡарап өҫтәгеҙ, ҡамыр ҡалаҡтан саҡ төшөп торорлоҡ ҡуйылыҡта булһын. Барыһын яҡшылап болғаттығыҙмы? Хәҙер содаға сират етте. Уны 1 балғалаҡ тулыр-тулмаҫ ҡына итеп төшөрәбеҙ. Ҡамыр ҡапыл ҡалҡып китер.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!