Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
27 Июля 2022, 04:38

Битең таҙа булһын тиһәң...

Был ысул менән битегеңде таҙартһаң, ни бары бер аҙнанан таң ҡалырһың: һытҡылар юҡҡа сығыр, күҙәнәктәре таҙарыр, ҡара нөктәләр юҡҡа сығыр... Юғалтмаҫ өсөн үҙеңә һаҡлап ҡуй.

Битең таҙа булһын тиһәң...Битең таҙа булһын тиһәң...
Битең таҙа булһын тиһәң...

Ике ябай ғына аспиринға (һыуға һалып ҡайнатып эсә торғаны түгел) бер нисә тамсы һыу тамыҙ. Ул гранулаланырға тейеш. 10-20 секундтан һуң бер балғалаҡ бал ҡушып яҡшылап болғат. 

Әҙер масканы биткә һылап 10 минут көт. Унан битеңде һаҡ ҡына ыуала ла йыуып төшөр. 

Йыуғандан һуң йәһәт кенә тоник йәки дымландырыусы крем һөрт. 

Был масканы күҙ тирәһенә һөртөргә ярамай! 

Һау-сәләмәт һәм матур булып ҡал! 

Халыҡ медицинаһы рецептары менән һаҡлыҡ күрһәт, табип менән кәңәшләшергә онотма! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас