

Кәрәк буласаҡ аҙыҡ-түлек:
- 150 гр он
- семтем тоҙ
- 75 гр аҡ май
- 1 йомортҡа һарыһы
- 3 аш ҡалағы һыу.
Табаҡҡа он һәм тоҙ һалып болғатабыҙ. Унан һыуытҡыстан яңы ғына алынған аҡ майҙы ваҡ киҫәктәргә тураҡлап һалабыҙ. Ҡул менән онға ҡушып майҙы ыуалайбыҙ. Ҡамыр онтаҡтарға бүленеп торһон. Ошонда уҡ йомортҡа һарыһын һәм 2 аш ҡалағы боҙло һыу ҡоябыҙ. Болғатабыҙ ҙа, әгәр ҡамыр ныҡ ҡаты булһа, йәнә боҙло һыу өҫтәйбеҙ. Унан ҡамырҙы әүәләп, пакетҡа һалабыҙ ҙа 30 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Был ҡамырҙан үҙебеҙгә оҡшаған эслек һалып, бына тигән бәлеш бешерергә була. Яҡындарығыҙҙың танауын ҡытыҡлап өйҙә бәлеш еҫе таралдымы? Әйткәндәй, был ҡамырҙан аҙаҡ ҡабымлыҡ әҙерләү өсөн кәрзинкәләр ҙә бешереп була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!