Файҙалы кәңәштәр
24 Июля 2022, 08:20

"Яңы түтәлдән өҙөлгән кеүек" салаты

#Һаҡмар_рецепт Төҫлө-төҫлө булған был салатты эшләү әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Ә әҙер салат бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.   Ингредиенттары: * 1,5 кг помидор; * 1 кг татлы борос; * 1 кг ҡыяр; * 0,5 кг һуған...

Добавить в предпочтительные источники Google
"Яңы түтәлдән өҙөлгән кеүек" салаты"Яңы түтәлдән өҙөлгән кеүек" салаты
"Яңы түтәлдән өҙөлгән кеүек" салаты

Төҫлө-төҫлө булған был салатты эшләү әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Ә әҙер салат бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.  

Ингредиенттары:

* 1,5 кг помидор;

* 1 кг татлы борос;

* 1 кг ҡыяр;

* 0,5 кг һуған; 

* 0,5 кг кишер; 

* 1 стакан үҫемлек майы;

* 1 стакан шәкәр; 

* 1 стакан 9%-лы уксус;

* 2 аш ҡалағы тоҙ;

* 1 балғалаҡ ҡара борсаҡлы борос;

*  лавр япрағы. 

 

Йәшелсәләрҙе яҡшылап йыуып, тураҡлап кәстрүлгә тултырабыҙ. Унан башҡа компоненттарҙы тултырып, берәй сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. 

Хәҙер утҡа ултыртып, 5 минуттай ҡайнатып алабыҙ. Салат әҙер. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытырға ғына ҡалды. Төрөп ҡуябыҙ ҙа һыуынғанын көтәбеҙ. 

Бына ҡыш көнө йәйҙе хәтерләтә торған салат әҙер. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина