Файҙалы кәңәштәр
21 Июля 2022, 08:00

Шулай ҙа ябығып була!

Бының өсөн ашар алдынан һыу ғына эсергә кәрәк!..

Шулай ҙа ябығып була!Шулай ҙа ябығып була!
Шулай ҙа ябығып була!

Иртәнге, төшкө, киске аш алдынан 1-2 стакан таҙа һыу эсеп, 3 айҙа 4 кг ға ябығып була. Һыу артығын ашарға мөмкинлек бирмәй, үҙең дә һиҙмәй әҙ ашай башлайһың..

Ябығыу өсөн лимонлы һыу ҙа эсергә була. Лимон С витаминына бай. Унда А, В, Р витаминдары күп. Иммунитетты күтәрә, С витамины грипп һәм һалҡын тейеүҙән һаҡланырға ярҙам итә. Аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яйға һала, эс күбеү, паразиттар булғанда ла файҙаһы бар. Бөйөрҙәр эшмәкәрлеген яҡшырта, бәүелде, үт һыуын ҡыуа, токсиндарҙы сығара, ҡанды, бауырҙы таҙарта. Лимон һыуы организмда лайланы кәметә, шуға уның астма, бронхит ауырыуҙарынан да файҙаһы иҫбатланған. Лимонлы һыу матдәләр алмашыныуын яҡшырта, шунлыктан ябығырға ярҙам итә. 1 стакан йылы һыуға ярты лимон һуты һығырға. Көнгә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә. Бал ҡушырға ла ярай. Уны ас ҡарынға эсеү файҙалы.

Лимонлы һыу зыян да килтерә ала. Ул теш эмален ҡаҡшата. Һуңынан ауыҙҙы сайҡарға онотмағыҙ. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас