Беренсенән, һауа торошо ғәйепле. Помидорҙар сәскә атҡансы көндөҙ 20-22, төндә 16-18, саскә атканда көндөҙ 26-32, төндә 14-16 градус йылы булырға тейеш. Помидорҙың һеркәләре төндә барлыҡҡа килә. Әгәр төндә 15 градус йылы булмаһа һеркә "өлгөрмәй" һәм сәскәләр ҡойола. Һеркәләнеүҙәре уларҙың сәғәт 9-11 араһында була. Был ваҡытта помидорҙарҙы һелкетеп алһаң яҡшы. Әгәр инде 30-32 градустан артып китә икән теплицала эҫелек, һеркәләр кибәләр һәм сәскәләре кибеп ҡойола. Эҫе ярамай.
Икенсенән, ҡуйы ултыртылырға тейеш түгел. Был осраҡта һауа улар араһынан йөрөй алмай, артыҡ дым аҫтан бәреп тора һәм сәскәләре ҡойола. Оҙон булып үҫә торған сорттар 1 кв метрға 3-4, уртаса үҫә торғандар 1 кв метрға 4-5 кенә ултыртылырға тейеш (теплица өсөн был).
Өсөнсөнән, һыу һибеү. Һыуҙы орлоҡ сәскәндән сәскә ата башлағансы йышыраҡ һибергә. Сәскә атҡанда һирәк һибергә кәрәк. Теплицалағы дымлылыҡ 60-70% проценттан артып китһә сәскәләр һеркәләнмәй. Буш сәскәле (пустоцвет) булып ҡалалар һәм кибеп ҡойолалар. Һипкәндә мотлаҡ йылы һыу ғына һибегеҙ.
Дүртенсенән, сәскә атҡан осорҙа калий, фосфор менән туҡландырырға кәрәк. Көл һыуы япраҡтарына бөркөгөҙ. Бор кислотаһы һиптерегеҙ (10 гр 10 һыуға). Фитофтороз сире башланған булһа ла кибеп койола сәскәләре. Был сир таралмаҫ өсөн теплица эсенә ҡапҡасын асып бер-нисэ йод ҡуйырға була. Һәм инде төрлө сирҙәр эләкһә, тләләр, башҡа ҡорттар булһа ла сәскәләре кибеп ҡойола.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.