+19 °С
Облачно
АЛМА БӘЛЕШЕ
Ингредиенттар:
* 4-5 алма
* 180 гр он
* 2 йомортҡа һарыһы
* 140 гр шәкәр
* 50 гр аҡ май
* 125 мл һөт
* 4 гр разрыхлитель.
Йомортҡа һарыһын шәкәрҙең яртыһын ҡушып, ағарғансы туҡыйбыҙ. Майҙың яртыһын иретеп, һөт менән бергә йомортҡа һарыһына ҡоябыҙ. Разрыхлителде, тоҙҙо, ондо ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ.
Табаға ҡамырҙы ҡоябыҙ, туралған алмаларҙы ҡамыр өҫтөнә теҙәбеҙ. Ҡалған майҙы алма өҫтөнә ҡойоп, шәкәр һибәбеҙ.
180 градуслы духовкала 30-35 минут бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!