Файҙалы кәңәштәр
20 Июля 2022, 09:05

Сливанан джем

Еңел генә эшләнә торған был ысулдан шундай тәмлекәс килеп сыға. Уның өсөн: 

1 кг слива, 800 г шәкәр кәрәк. Сливаны йыуырға һәм һәр береһенең ситен бысаҡ менән ҡырҡырға. Төштәрен алғандан һуң блендер менән иҙмә эшләргә һәм шәкәр ҡушып, кәстрүлгә һалырға. Ошо масса талғын утта 40 минут самаһы ҡайна¬тыла. Йәғни, джем ҡуйырырға тейеш. Әҙерләгән ваҡытта сыҡҡан күбекте йыйып торорға онотмағыҙ.

Әҙер джемдың төҫө бик матур була. Уны банкаларға эҫе килеш һалалар.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәш"

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас