Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Июля 2022, 10:30

Ҡыяр ниңә әсе була?

Ғәҙәттә, ҡыярҙа кукурбитацин артыҡ булғанда, ул әсе була. Был матдә йәшелсәләргә күп булмаған дозала хас. Әммә артыҡ булһа, насар. Ул дым, ҡояш нурҙары, туҡланыу етмәүҙән, юғары йәки түбән температурала йыйыла. Шулай итеп йәшелсәнең тәмен боҙа. Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәҙәттә, ҡыярҙа кукурбитацин артыҡ булғанда, ул әсе була. Был матдә йәшелсәләргә күп булмаған дозала хас. Әммә артыҡ булһа, насар. Ул дым, ҡояш нурҙары, туҡланыу етмәүҙән, юғары йәки түбән температурала йыйыла. Шулай итеп йәшелсәнең тәмен боҙа.
Айырыуса йылы мәлдә ҡоро тупраҡта үҫкән ҡыярҙар әсе була. Әйткәндәй, һыуҙы түтәлде йөҙҙөргәнсе ҡойорға ла ярамай. Был йәшелсәне артыҡ дым да һәләк итә. Һәр нәмәлә сама белеү мөһим.
 
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: kakprigotovila.ru
Ҡыяр ниңә әсе була?
Ҡыяр ниңә әсе була?
Автор:Лилия Такаева