Файҙалы кәңәштәр
19 Июля 2022, 07:57

Емештән туңдырма

Эҫе көндәр башланды. Әйҙәгеҙ емеш-еләктән һәм үҙебеҙ яратҡан һуттан туңдырма эшләйек

Емештән туңдырмаЕмештән туңдырма
Емештән туңдырма

 Ингредиенттары:

- банан

- еләк

- ҡарлыған

- персик

- йәки үҙегеҙгә оҡшаған емеш-еләк

Ярты стакан әфлисун йәки алма һутын алабыҙ ҙа үҙебеҙгә оҡшаған еләк-емеш менән бутайбыҙ. 

Әҙер ҡатнашманы формаларға йәки ҡағыҙ сткандарға ҡойоп сығабыҙ. 

Хәҙер инде стакандарҙы туңдырғысҡа оҙатабыҙ.  Һәр ҡайһыһына таяҡтар тығып сығырға онотмағыҙ. 

Туңдырмағыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас