Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Июля 2022, 12:18

Ҡыяр сәсер мәл етте

Яңылыш уҡыманығыҙ. Тәүге уңышты йыйып алғандан һуң йәнә ҡыяр сәәсеп, көҙгө уңышты йыйып алырға була. Тик шуныһы, июлдә сәселгән ҡыярҙы өҫкә ҡаратып бәйләргә ярамай. Ул ерҙә таралыр үҫһен... Һеҙҙең июлдә ҡыяр сәскәнегеҙ бармы?

Ҡыяр сәсер мәл еттеҠыяр сәсер мәл етте
Ҡыяр сәсер мәл етте

Бер нисә уңыш сере менән уртаҡлашабыҙ: 

1. Орлоҡто дөрөҫ һайлағыҙ. Бының өсөн тиҙ өлгөргән һәм һыуыҡҡа сыҙамлы булған гибрид сорттар кәрәк. Мәҫәлән, Гектор F1 йәки Кибрия F1. 

2. Орлоҡтарҙы сыныҡтырыу мөһим. Бының өсөн уны 1-2 көнгә һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ. Унан туҡландырыусы иҙмә йә тиҙ үҫтерә торған иҙмәгә һалып шыттырығыҙ. 

3. Хәҙер сәсергә сират етте. Үҫеп мыйыҡлана башлаған ҡыярҙы өҫкә ҡарай тарттырып бәйләргә ашыҡмағыҙ. Ул ергә йәйелеп үҫергә тейеш. Ошолай иткәндә һыуыҡтар төшә башлағас, төнгөлөккә өҫтөн йылыраҡ әйбер менән ҡаплап ҡуйырға була. 

4. Һыуыҡтар төшкәндән һуң ҡыярығыҙ һулыңҡырап ултырһа, уға ярҙам кәрәк булыр. Мәҫәлән, Эпин-Экстра үҫтереүсе препарат менән һиптертеп сығығыҙ.

5. Июль эҫелегендә һулымаһын өсөн ҡыярға һыуҙы йәлләмәгеҙ. Түтәлдәрҙе йомшартығыҙ. Ә бына һыуыта башлау менән һыу ҡойоуҙы кәметегеҙ.  Юғиһә тамыр системаһы һәр төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән булыр. Профилактика өсөн уны биофунгицид менән эшкәртегеҙ. Мәҫәлән, Фитоспорин-М препараты. 

Һеҙҙең июлдә ҡыяр сәскәнегеҙ бармы?

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас