Файҙалы кәңәштәр
15 Июля 2022, 06:50

Баҡса еләктәренең япраҡ-мыйыҡтарын ҡырҡыу ваҡыты етте

Түбәндәге кәңәштәрҙе үтәһәгеҙ, йәйҙең ҡалған айы ярым эсендә ҡыуаҡтар яңыра һәм киләһе йылға сәскәләр бөрөләрен әҙерләп, туҡлыҡлы матдәләр һеңдереп өлгөрәсәк. Шулай итеп, улар ҡышҡы һыуыҡҡа бик яҡшы “кейенеп” торасаҡ.

Баҡса еләктәренең япраҡтарын, кәрәкмәгән мыйыҡтарын тап ошо ваҡытта ҡырҡып ташлау эштәрен башҡары мотлаҡ. Уларҙы төптән үк түгел, ә 1-2 сантиметр ҡалдырырға кәрәк. Япраҡтарын ҡырҡҡас, төптәрен йомшартып, көл һибегеҙ. Һуңынан 8 литр һыуға бер аш ҡалағы мочевина һалып болғатып, һиптерһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ.

Ошо кәңәштәрҙе үтәһәгеҙ, йәйҙең ҡалған айы ярым эсендә ҡыуаҡтар яңыра һәм киләһе йылға сәскәләр бөрөләрен әҙерләп, туҡлыҡлы матдәләр һеңдереп өлгөрәсәк. Шулай итеп, улар ҡышҡы һыуыҡҡа бик яҡшы “кейенеп” торасаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас