Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Июля 2022, 09:20

Шешенеүҙән һаҡлай!

Шешенеүҙән (отек) һаҡланыу өсөн халыҡ ысулы ла яҡшы ярҙам итә. Уның өсөн геркулес ярмаһы кәрәк буласаҡ...

Шешенеүҙән һаҡлай!Шешенеүҙән һаҡлай!
Шешенеүҙән һаҡлай!

Шешенеүҙән (отек) һаҡланыу өсөн халыҡ ысулы ла яҡшы ярҙам итә. Уның өсөн геркулес ярмаһы кәрәк буласаҡ. Тәүҙә ҡаптың төбөнә иғтибар итегеҙ: унда 1 һаны яҙылһа - ул иң эреһе. Һаҡлау ваҡыты алты айҙан артмаҫҡа тейеш, шулай икән - файҙалыраҡ.

Бер порция өсөн өймәләм ике ҡалаҡ ярма алып, тишекле һауытта йыуабыҙ ҙа өҫтөнә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатабыҙ һәм 10 минутҡа ултыртып ҡуябыҙ.

Шифалы эсемлекте көнөнә бер-ике тапҡыр ашарҙан 20 минут алдан эсергә. Ай буйы эскәндән һуң 10 көн ял итергә.

Был төнәтмәнең файҙаһы нимәлә? Организмдың һаҡланыу сараһы үҫешә, иммунитет күтәрелә, ҡул-аяҡтың шешенеүе бөтә. Бәүел бүленеү эшмәкәрлеге һәм ҡан баҫымы яйға һалына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас