Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Июля 2022, 07:12

Эремсектән... ҡамыр

Эремсектән эшләнгән был ҡамырҙан бөтә нәмәне лә бешереп була. Унан татлы бәлештәр ҙә, пицца ла, бөйөрөктәр ҙә бешереп була.  Ә ҡамыры... ауыҙҙа иреп тора. Ә еҫе... Ммм... Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Рецебын юғалтмаҫ өсөн үҙеңдә һаҡлап ҡуй. 

Эремсектән... ҡамырЭремсектән... ҡамыр
Эремсектән... ҡамыр

Эремсектән эшләнгән был ҡамырҙан бөтә нәмәне лә бешереп була. Унан татлы бәлештәр ҙә, пицца ла, бөйөрөктәр ҙә бешереп була. 

Ә ҡамыры... ауыҙҙа иреп тора. Ә еҫе... Ммм... Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? 

 Ингредиенттары:

- 300 гр эремсек; 

- 200 гр аҡ май; 

- 300 гр он; 

 - 1 балғалаҡ разрыхлитель;

- семтем тоҙ һәм тәменә ҡарап ванилин.

Эремсекте ыуалап алабыҙ. Унан разрыхлитель, тоҙ, ванилин, бүлмә температураһындағы май өҫтәп яҡшылап туҡыйбыҙ. Массаға он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Был ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш. 

Әҙер ҡамырҙы пленкаға төрөп, 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ултыртып тороғоҙ. 

Бынан һуң йәнегеҙ теләгән ҡамыр ашын бешерегеҙ. Мәҫәлән,  рогаликтар.  180 градус эҫелектәге духовкала 25 минут бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас