+17 °С
Дождь
Мята үләненән витаминға бай, һыуыҡ тейгәндән, күңел болғандан ярҙам иткән ҡайнатма:
250 г бөтнөк япрағы, 1 кг шәкәр, 2 лимон, 0,5 л һыу алына. Бөтнөктө һабаҡтары менән йыйып алабыҙ, йыуабыҙ һәм турайбыҙ. Лимонды ҡабығы менән бергә ҡырҡабыҙ. Барыһын да кәстрүлгә һалып, 10 минут ҡайнатабыҙ ҙа, бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Артабан һөҙөп алып (тик шыйыҡсаһын ғына), шәкәр һалып ҡайнатабыҙ ҙа (оҙаҡ түгел), стерилләнгән банкаларға һалып ябып, һалҡынға ҡуябыҙ. Ҡайнатманың тәме оҡшамай тимәгеҙ, ул тәмләткес булыуҙан бигерәк, организмға файҙа килтерә.
Сығанаҡ:https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_17326