+15 °С
Дождь


Ябай ғына шампундән дә мөғжәзәлеһен эшләп була. Бының өсөн 10 төймә мумиены алып, иҙәбеҙ. Унан ҡулланып йөрөгән шампунебеҙгә төшөрәбеҙ.
Шампунь ҡарайыр. Был ҡара төҫтәге шампунь менән башты ғәҙәттәгесә йыуабыҙ. Тик бына күпергәндән һуң башта 3-5 минут тотоп торабыҙ. Мумие сәс тамырына тәьҫир итһен өсөн эшләнелә.
Ошолай итеп сәс йыуғандан һуң сәстәрегеҙ матурайып, йылҡылдап китер. Ҡойолоуҙан туҡтар, ҡуйырыр, һау-сәләмәт төҫ алыр.
Бәхетле булығыҙ!