+23 °С
Дождь
Йомортҡа бешкән һыуҙы түкмәгеҙ
Беҙ түңәрәк килеш йомортҡаны бешереп алғас, һыуын сығарып түгәбеҙ. Баҡтиһәң, унда бик күп файҙалы минералдар (фосфор, калий, көкөрт, азот, тимер, магний һ.б.) бар. Әммә уларҙың иң мөһиме – карбонат калий. 3-4 аҙнаға бер тапҡыр бындай һыуҙы гөлдәргә, үҫемлектәргә ҡойорға мөмкин. Ләкин камелия, азалия, гортензия, миләүшә, пеларгония кеүек гөлдәргә ул ярамай.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.