+23 °С
Дождь


Ҡамыр өсөн:
- 150 гр маргарин
- 230 гр магазин ҡаймағы;
- 2 стакан он.
Маргарин, ҡаймаҡ һәм он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6 өлөшкә бүләбеҙ.
Һәр өлөштө йоҡа итеп йәйеп, бешереп алабыҙ.
Хәҙер һыуынғанын көтәбеҙ.
Крем:
- 1 банка бешкән ҡуйыртылған һөт (сгущенка);
- 200 гр йомшартылған аҡ май.
Барыһын бергә ҡушып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Крем әҙер. Хәҙер тортты биҙәргә генә ҡалды.
Һәр ҡатты кремлайбыҙ ҙа өҫтөнә иретелгән шоколад ҡоябыҙ.
Ашығыҙ татлы, табындарығыҙ йәмле булһын!