+21 °С
Дождь
Помидорығыҙ бешмәйме?
Помидорҙар бер тигеҙ бешһен өсөн уларға ике көн рәттән алһыу ғына итеп ҡыҙартылған марганцовка һыуы һибегеҙ.
Киҫелгән, ҡырҡылған помидорҙар тиҙерәк ҡыҙара. Шунлыҡтан һабаҡтарын теш таҙартҡыстар менән бер-ике тишек яһағыҙ.
Банан ҡабығы ла помидорға тиҙерәк ҡыҙарыуға ярҙам итә. Бының өсөн уларҙың ҡабығын йәшел помидорҙар араһына һалыу ҙа етә. 2-3 көндән улар бешә башлаясаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.