+15 °С
Облачно
Яратып тотонған таба-һауыттарың ваҡыт үтеү менән ҡарайһа, уларҙы нисек таҙартырға? Ташларға ашыҡмағыҙ, таҙартырға мөмкин. Бының өсөн 6 һауыт ПВА елеме (уртаса һауытта) һәм 72 процентлы кер һабыны, бер ҡап кальций содаһы кәрәк. Кер һабынын эре ҡырғыста ыуабыҙ. Ҙур һауытта һыу ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, елемде, соданы һәм һабынды һалып, ебеп бөткәнсе болғатабыҙ. Суйын һауытты һыуға һалып, ике сәғәт “бешерәбеҙ”. Һуңынан һауытты алып, һалҡын һыуҙа сайҡарға һәм тимер йыуғыс менән ышҡырға ғына ҡала.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.