+16 °С
Облачно
Онлы ысыҡ (мучнистая роса) булмаһын, тиһәгеҙ
Ғәҙәттә, ҡыяр үҫентеләре онлы ысыҡҡа дусар була. Ул уңыш бирә башлаған осорҙа ғына килеп сығыусан. Унан ҡотолоу юлы бик ябай. Ҡыярға мочевина эретмәһе һибеү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Тамырҙарын нығытыуҙан тыш, туҡландырыу сараһы ла булып торасаҡ. Сир билдәләре күренеү менән япраҡтарын өҙөп алырға кәрәк. Ғәҙәттә, сир аҫтан өҫкә табан үрелә.
1-се ысул: 10 литр һыуға 1 литр һөт, 5-10 тамсы йод ҡушып яҡшылап болғатырға һәм япраҡтарға һиптереп сығырға.
2-се ысул: 4 литр йылы һыуға 1 аш ҡалағы аш содаһы һалып болғатырға һәм һиптереп сығырға.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.