Файҙалы кәңәштәр
5 Июля 2022, 09:33

Үксәләге шпоранан шәп сара

Үксәләге шпора проблемаһы бик күп ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсой. Унан ҡотолоу бик еңелдән түгел икәнен һәр кем аңлап торалыр. Был рецептар саҡ ҡына булһа ла ярҙам итер, тип ышанабыҙ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Үксәләге шпоранан шәп сараҮксәләге шпоранан шәп сара
Үксәләге шпоранан шәп сара

Үксәләге шпора проблемаһы бик күп ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсой. Унан ҡотолоу бик еңелдән түгел икәнен һәр кем аңлап торалыр. Был рецептар саҡ ҡына булһа ла ярҙам итер, тип ышанабыҙ. 
⠀
1. Эре ҡырғыстан картуфты үткәрәбеҙ. Ваҡ ҡырғыстан ― керәнде (xpeн). Икеһен бергә бутап, кәбеҫтә япрағына һылағыҙ. Унан был япраҡты һыҙлаған урынға һалығыҙ. Өҫтөнән полиэтилен менән ҡаплап, ойоҡбаш кейегеҙ. Сыҙай алған тиклем ошолай йөрөгөҙ. 3-7 процедура етергә тейеш. 

 

2. Берәр балғалаҡ бал һәм гәрсисте, 1 мл 10% йоданы йәки 2 мл 5 % йоданы бергә ҡушып бутағыҙ. Ҡатнашманы үксәгеҙгә һөртөгөҙ һәм өҫтөнә пoлиэтилeн ҡаплағыҙ ҙа ойоҡбаш кейегеҙ. Был кoмпpecсты 3 төн тотоғоҙ. 

 

3. Арыш икмәген шайығығыҙ менән һыулап сәйнәгеҙ ҙә бал ҡушып болғатығыҙ. Унан кәбеҫтә япрағына һалып, үксәгеҙгә ҡаплағыҙ. Был компрессты төнгөлөккә ҡалдырып тороғоҙ. Барлығы 5-7 пpoцeдуpа етә. 

 

4. Ҡара торманы щетка менән яҡшылап йыуығыҙ һәм ҡабығы менән ҡуша ҡырғыстан үткәрегеҙ. Башта үксәгеҙҙе майлағыҙ. Ҡырғыстан үткәрелгән торманы марляға һалып, 2-3 сәғәткә үксәгеҙгә һалығыҙ. Төнгөлөккә ярамай! Яндыра!

 

5. 1:1 кимүлдә бал менән эре булмаған диңгеҙ тоҙон ҡушып болғатығыҙ. Аяғығыҙҙы ебетеп алығыҙ. Ҡатнашманы марляға һылап, үксәгеҙгә ҡаплағыҙ. Полиэтилeн менән өҫтөн ҡаплағыҙ. 3-7 процедура етергә тейеш. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина