Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Июль 2022, 17:30

Гөлдәрҙе белергә кәрәк

Яран, примула, кардамон — көслө еҫле үҫемлектәр, аллергия менән яфаланған кешеләр өсөн хәүефле...

Гөлдәрҙе белергә кәрәк
Гөлдәрҙе белергә кәрәк

Бүлмә гөлдәренең кешеләр өсөн файҙалы булыуҙан бер рәттән, хәүефле булыуы ла ихтимал. Шуға күрә уларҙың үҙенсәлектәре менән танышып барығыҙ.

Каланхоэ гөлөн – тымау тейгәндә танауға япрағының һутын тамыҙырға мөмкин, ул температураны ла төшөрә. Тәүҙә сөскөрөп алып китһәгеҙ ҙә, тымауығыҙ онотолор.

Хлорофитум – бик файҙалы гөл. Ошо өлкә ғалимдары белдереүенсә, ул бүлмәләге һауаны башҡа үҫемлектәргә ҡарағанда яҡшыраҡ таҙарта.

Алоэны тымау тейгәндә һутын файҙаланалар. Уртаға ярып бәйләнгән япраҡтары төрлө йәрәхәттәрҙе тиҙ дауалай. Алтын мыйыҡтың (золотой ус) япраҡтарын яраға, шешкә ыуып һалалар. Шәкәр диабеты менән яфаланғандарға файҙалы. Гөлдөң бер ваҡланған япрағына 2,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 3-4 минут тоторға. Унан 5-6 сәғәткә йылы итеп урап ултыртып ҡуйырға ла һөҙөргә. Әҙләп көнөнә З тапҡыр эсергә.

Яран, примула, кардамон — көслө еҫле үҫемлектәр, аллергия менән яфаланған кешеләр өсөн хәүефле.

Диффенбахия гөлөн өйҙә бәләкәй балалар булғанда үҫтермәй тороғоҙ. Уны күсереп ултыртҡанда бирсәткә кейегеҙ, сөнки ҡулды яндыра.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: