Файҙалы кәңәштәр
4 Июля 2022, 07:57

Ауыҙҙа иреп торған печенье

Был печеньеға  * 227 гр бүлмә температураһындағы аҡ май;   *1/2 ст шәкәр пудраһы;  * 1 балғалаҡ ванилин;  * ярты стакан он;  * 1/3 стакан крахмал кәрәк була.

Ауыҙҙа иреп торған печеньеАуыҙҙа иреп торған печенье
Ауыҙҙа иреп торған печенье

Был печеньеға 

* 227 гр бүлмә температураһындағы аҡ май;  

*1/2 ст шәкәр пудраһы; 

* 1 балғалаҡ ванилин; 

* ярты стакан он; 

* 1/3 стакан крахмал кәрәк була.

Майҙы шәкәр пудраһы менән бергә күпергәнсе туҡып алабыҙ. 

Унан ванилин өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ миксер иң бәләкәй тиҙлегендә туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Әҙ-әҙләп крахмал ҡушып иләнгән ондо өҫтәйбеҙ. 

Килеп сыҡҡан ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Әммә шыйыҡ түгел. 

Противенға пергамент ҡағыҙ түшәп, кулинар тоҡсайға "йондоҙ" һымаҡ насадка кейҙереп, печенье эшләйбеҙ. Печеньелар араһы 2 см тирәһе булырға тейеш. 

Противенды туңдырғысҡа 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ ҙа, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 20-25 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас