+14 °С
Облачно


Ҡышҡы буранлы көндәрҙә лә йәй еҫен еҫкәп һөйөнөргә була. Бының өсөн үҙебеҙгә оҡшаған сәскәнең таждарын йыйып, ҡапҡасы боролоп ябыла торған банкыға тултырабыҙ. Шулай уҡ сәскә менән тоҙҙо сиратлаштырып барырға ла онотмайбыҙ. Тоҙло сәскәләр өҫтөнә (ярты литр банкаға 50 гр иҫәбе менән) спиртлы эсемлек ҡойоп ебәрергә онотмайбыҙ.
Был тоҙло сәскәләрҙе бер нисә көнгә ҡараңғы урынға ултыртып торабыҙ.
Банкалағы сәскәләр баҫылғас, яңынан өҫтөнә сәскә тултырабыҙ.
Ике аҙнанан "Йәй еҫе" әҙер була.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-187772453_101406