Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Июля 2022, 09:01

Сәсең тиҙерәк үҫһен өсөн...

Еңел генә әҙерләнә торған был бальзамды һөрткәндән һуң сәсең тиҙерәк үҫә башлар, ҡояшлы ғына түгел, болотло көндә лә йылҡылдап торор.  Бының өсөн 2 аш ҡалағы кастор майын 1 балғалаҡ алма һеркәһе менән бутар кәрәк. Унан ошонда уҡ 2

Сәсең тиҙерәк үҫһен өсөн...Сәсең тиҙерәк үҫһен өсөн...
Сәсең тиҙерәк үҫһен өсөн...

Еңел генә әҙерләнә торған был бальзамды һөрткәндән һуң сәсең тиҙерәк үҫә башлар, ҡояшлы ғына түгел, болотло көндә лә йылҡылдап торор. 

Бының өсөн 2 аш ҡалағы кастор майын 1 балғалаҡ алма һеркәһе менән бутар кәрәк. Унан ошонда уҡ 2 ныҡ итеп туҡып өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға 3 аш ҡалағы ябай шампунь ҡушып, яҡшылап болғатырға ғына ҡалды. 

Әҙер бальзамды таҙа һәм еүеш сәстең буйынан-буйына һөртөп, башты полиэтилен пленка менән ҡаплап ҡуй. 10-15 минуттан һуң йылы һыу менән сайып төшөр.  

Һәр саҡ матур булып ҡал! Сәсең һинең ғорурлығың булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас