Күмер дарыу ғына түгел
Активлаштырылған күмерҙең файҙаһы күп. Ләкин уның хаҡында бөтәһен дә беләбеҙме? Дарыу ғына түгел, ә көнкүрештә лә уны киң файҙаланалар.
Насар еҫтән
Һыуытҡыста берәй ризыҡ оҙаҡ ятыу сәбәпле, еҫләнә башлаған икән, ти. Был осраҡта уны йыуып, таҙартып сыҡандан һуң, бер нисә төймә активлаштырылған күмерҙе алып иҙергә һәм уны 8-10 сәғәткә ҡалдырырға. Һөҙөмтәһен күрерһегеҙ.
Елһеҙенеүҙән
Серәкәй тешләп, тән тиреһе ҡыҙарып, ҡысытһа, 3-4 төймә активлаштырылған күмерҙе иҙеп, әҙ генә һыу ҡушып, ҡуйы бутҡа хәленә килтерергә. Һуңынан уны серәкәй тешләгән урынға һөртөп, яҡынса 10 минут тирәһе тотоғоҙ. Һуңынан йыуып төшөрөгөҙ.
Бит тиреһен таҙартыу өсөн
Күмер биттәге ҡара нөктәләрҙән ҡотолорға ярҙам итә. 1 төймә күмерҙе иҙеп, уға 1 сәй ҡалағы желатин, 2 сәй ҡалағы битте таҙартыу тониге өҫтәгеҙ. Һуңынан 3-4 тамсы лимон һуты тамыҙырға. Уларҙыъң барыһын да яҡшылап болғатырға. Ҡатнашманы биткә һөртөргә һәм тулыһынса кипкәнсе тоторға. Һуңынан масканы ипләп кенә һыҙырып алығыҙ.
Тән тиреһен шымартыу өсөн
Күмер тән тиреһен шымартып ҡына ҡалмай, ә ундағы токсиндарҙы ла сығарыуға булышлыҡ итә. Йыуынғанға тиклем бер төймә күмерҙе иҙеп, йыуына торған гелгә ҡушығыҙ. Күмерле гель менән йыуыныу тән тиреһен шымартып, сафландырып ебәрәсәк.
Күмерҙән скраб эшләү өсөн 10 төймә күмерҙе иҙеп, 2-3 аш ҡалағы бал өҫтәп болғатығыҙ. Мунсала иһә әҙер скраб менән тирләгән тәнегеҙҙе ышҡып, йыуығыҙ.
Тештәрҙе таҙартыу
Тештәрҙе ағартыу өсөн тәғәйенләнгән пасталарҙың составында активлаштырылған күмер барлығын беләһегеҙме? Ағартҡыс теш порошогын үҙебеҙ ҙә яһай алабыҙ. Бер нисә төймә күмерҙе иҙеп, шуның менән тештәрегеҙҙе таҙартығыҙ. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.