+18 °С
Дождь


Кәбеҫтәнең шалҡан кеүек ап-аҡ һәм тығыҙ булғаны яҡшы. Әйҙәгеҙ, баҡсабыҙҙа үҫтерәйек. Бының өсөн 3 литр һыуға аптеканан һатып алынған валерьянка шешәһе менән 1 аш ҡалағы шыйыҡ һабын өҫтәп болғатыу кәрәк. Әҙер шыйыҡсаны кәбеҫтәгә һиптертегеҙ.
Кәбеҫтәне йыйыр алдынан 1 ай элек кәбеҫтәгә нашатыр спиртын һиптертегеҙ. Бының өсөн 40 мл нашатыр спиртын 5 литрлыҡ биҙрәгә ҡойоп, 1-2 аш ҡалағы шыйыҡ һабын өҫтәр кәрәк. Ошолай иткәндә кәбеҫтә ҡыш яҡшы һаҡланыр.