+12 °С
Облачно
Ҡыяр тоҙлайыҡ
Был ысул менән тоҙланған ҡыяр бер ваҡытта ла атылмаясаҡ. Бары тик ҡыярҙарҙы һәм банкаларҙы яҡшылап йыуырға кәрәк. Ә иң мөһиме: ҡыярҙы үҫкән яғы менән аҫҡа ҡаратып һалырға кәрәк! Шулай итеп алабыҙ:
3 литр банка төбөнә 1 зонт укроп, 5 бөртөк ҡара борос, 3 ҡәнәфер һалып ҡыярҙарҙың остарын ҡырҡып, үҫкән яғы менән аҫа ҡаратып тығыҙлап, тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 10-15 минут тотабыҙ һәм икенсе һауытҡа бушатып, тоҙлоҡ яһайбыҙ: 4 аш ҡалағы өймәйенсә шәкәр ҡомо, 2,5 аш ҡалағы өймәйенсә тоҙ һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Һуңынан уны кире банҡаға ҡоябыҙ, 4 теш һарымһаҡ, 80 гр аш һеркәһе ҡойоп, ҡапҡасын ябып, нығытып, банканы әйләндереп ҡуябыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.