Файҙалы кәңәштәр
30 Июня 2022, 10:55

Ябай аспириндың ябай булмаған файҙаһын беләһегеҙме?

Баҡтиһәң...

Ябай аспирин – ацетилсацилиндың ауырыуҙан дауалауҙан тыш, уның ни тиклем ҙур файҙаһы бар икәнен беләһегеҙме?

*** Баҡтиһәң, ул баҡсалағы барлыҡ ауырыуҙарҙан да дауа икән! Бары тик уны дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк.

Өҙөп алған сәскәләрҙе һыуҙа ултыртҡанда, ул шиңмәй оҙағыраҡ ултырһын өсөн, һыуына бер таблетка аспирин һалырға кәрәк.

Ә инде гөл тупрағының өҫтөн аҡ тап баҫып алһа – 1 литр һыуға 1 таблетка аспиринды иретеп һибергә кәрәк. Ярҙам итәсәк.

 

*** Аяҡ табаны ярылһа, унан ҡотолоу өсөн 6-8 таблетка аспиринды иҙергә һәм 0,5 сәй ҡалағы лимон һутына бер аҙ һыу ҡушып ҡатнашма яһарға. Уны үксәгә һылап, бинт менән урарға һәм аяҡҡа полиэтиленгә урап, йылы ойоҡ кейергә. 10-15 минут тоторға. Шунан һуң ңксәне парландырып, пемза менән ышҡырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

 

*** Косметик яҡтан да ул файҙалы. 1-2 аспиринды иҙергә һәм уға аҙ ғына һыу ҡушып, бер масса килтерергә. Уны биткә һөртөп, 10 минуттан һуң, йылы һыу менән йыуып алырға. Биттәрегеҙ ағарып китәсәк. Таптар ҙа бөтәсәк.

 

*** Аспирин кейемдәге таптарҙы ла бөтөрә. 2-3 аспиринды ярты стакан һыуға һалып иҙергә һәм таплы урынға ҡойорға. 2-3 сәғәт шулай тотҡандан һуң, кейемде йыуырға.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас