Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
29 Июня 2022, 09:00

Йылан сағыуы кемдәр өсөн ҡурҡыныс?

Йәй етте. Күпселек тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Өҫтәүенә, бесән әҙерләү ваҡыты ла етте. Бынан тыш йыландарҙы ихата алдында ла осратыу мөмкин. Йылан саҡһа нимә эшләргә? Уның ағыуы кемдәр өсөн үтә лә хәүефле?

Йылан ағыуы кемдәр өсөн ҡурҡыныс?

Йәй етте. Күпселек тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Өҫтәүенә, бесән әҙерләү ваҡыты ла етте. Бынан тыш йыландарҙы ихата алдында ла осратыу мөмкин. Йылан саҡһа нимә эшләргә? Уның ағыуы кемдәр өсөн үтә лә хәүефле?

Ул айырыуса балалар өсөн ҡурҡыныс: тән массаһы аҙ булған һайын, йылан ағыуы тиҙерәк органзим буйлап тарала. Һөҙөмтәлә, дауалау процессы ла ауырыраҡ уҙа. Ағыуға реакция булһа ауыҙ, танау ҡыуышлығы шайыҡса менән тула, тын алыу ауырлаша, артериаль ҡан баҫымы төшә, кеше аңын юғалтырға ла мөмкин.

Йылан саҡҡанда иң мөһиме – ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеп өлгөрөү. Зыян күреүсене тынысландырыу, күберәк һыу эсереү, антигистамлы препарат биреү тағы ла яҡшыраҡ. Ауыҙ ҡыуышлығында проблемаһы булмаған кеше ағыуҙы һурып төкөп, ярҙам күрһәтә ала. Зыян күреүсене тиҙ арала медицина учреждениеһына алып барыу мотлаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас