Файҙалы кәңәштәр
29 Июня 2022, 12:05

Кәбеҫтә бәлеше

2 кг бәлеш өсөн ҡамыр: 0,8-1 кг он, 200 гр аҡмай, 3 дана йомортҡа, 0,5 литр һөт, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-60 гр сүпрә. Эслек өсөн: 2 кг кәбеҫтә, 7 йомортҡа, 3 баш һуған, 0,5 стакан һөт, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы. Сүпрәне һөткә һалып болғатабыҙ. Өй температураһында ирегән аҡмай, шәкәр, тоҙ, йомортҡа, көнбағыш майын ҡушабыҙ. Әҙләп кенә 1/3 өлөштә ондо һалып болғатып, бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырабыҙ. Күперә башлағас ҡына уға ҡалған ондо һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Артыҡ ҡаты булырға тейеш түгел. Ҡамырҙы тағы ла бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырабыҙ. Был ваҡытта кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ...

Кәбеҫтә бәлеше

2 кг бәлеш өсөн ҡамыр: 0,8-1 кг он, 200 гр аҡмай, 3 дана йомортҡа, 0,5 литр һөт, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-60 гр сүпрә.

Эслек өсөн: 2 кг кәбеҫтә, 7 йомортҡа, 3 баш һуған, 0,5 стакан һөт, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы.

Сүпрәне һөткә һалып болғатабыҙ. Өй температураһында ирегән аҡмай, шәкәр, тоҙ, йомортҡа, көнбағыш майын ҡушабыҙ. Әҙләп кенә 1/3 өлөштә ондо һалып болғатып, бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырабыҙ. Күперә башлағас ҡына уға ҡалған ондо һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Артыҡ ҡаты булырға тейеш түгел. Ҡамырҙы тағы ла бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырабыҙ.

Был ваҡытта кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ. Ҡыҙған майға һалабыҙ. Өҫтөнә һөт ҡойоп, тоҙ һибеп, томалап бешерәбеҙ. Йомортҡа айырым бешеп сыҡҡас, ваҡлап турайбыҙ һәм уны кәбеҫтәгә ҡушабыҙ. Ваҡлап туралған һуғанды ла шунда оҙатабыҙ. Кәрәк, тип тапһағыҙ, бер аҙ тоҙ өҫтәргә мөмкин.

Ҡамыр ҡалҡып сыҡҡас, ике өлөшкә бүләбеҙ. Ике йәймә йәйеп, береһенә эслекте һалып, икенсеһе менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. 180 градус эҫелектә алтын-алһыу төҫкә ингәнсе бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас