Файҙалы кәңәштәр
25 Июня 2022, 11:31

Иң тәмле кеүәҫ

Ошо кеүәҫте минең күп тапҡырҙар эшләгәнем бар. Тәме магазиндыҡынан бер ҙә айырылмай. Рецебын интернет киңлектәренән таптым. Иң мөһиме, ул 6 сәғәттә әҙер була! * 5 литр һыуыҡ һыу * 2 аш ҡалағы иң ябай цикорий * 1 балғалаҡ лимон кислотаһы * 650 гр шәкәр (әгәр ҙә һеҙ ныҡ шәрбәтлене яратмайһығыҙ икән тәменә ҡарап 400 гр ғына шәкәр алырға була) * саф-момент, пакмай кеүек порошоклы әсетке

Иң тәмле кеүәҫИң тәмле кеүәҫ
Иң тәмле кеүәҫ

 

Ошо кеүәҫте минең күп тапҡырҙар эшләгәнем бар. Тәме магазиндыҡынан бер ҙә айырылмай. Рецебын интернет киңлектәренән таптым. Иң мөһиме, ул 6 сәғәттә әҙер була!
* 5 литр һыуыҡ һыу
* 2 аш ҡалағы иң ябай цикорий
* 1 балғалаҡ лимон кислотаһы
* 650 гр шәкәр (әгәр ҙә һеҙ ныҡ шәрбәтлене яратмайһығыҙ икән тәменә ҡарап 400 гр ғына шәкәр алырға була)
* саф-момент, пакмай кеүек порошоклы әсетке

Бар ингредиенттарҙы (әсеткенән башҡаһын) бергә ҡушып ҡайнатырға ҡуйыла. Ҡайнап сығыу менән утты һүндерәбеҙ. Яңы һауылған һөт йылылығына тиклем һыуытҡас, бер аҙ әсетке ҡушыла (саф-момент, пакмай кеүек). 3-4 сәғәттән һуң өҫтөнә күбек ҡалҡа. Тәмләп ҡарайбыҙ. Ошо ваҡыт эсендә унан кеүәҫ тәме сығырға тейеш, тик ул йылы була. Әгәр һеҙгә әсерәге оҡшаһа, бер төнгә ҡалдырып торорға була.
Унан шешәләргә ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас