+12 °С
Дождь


Маска өсөн 2 аш ҡалағы гәрсис, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа һарыһы, 2 аш ҡалағы дегәнәк майы (peпeйнoе) кәрәк була.
Гәрсисте башта шәкәр менән ҡушып болғатып алалар. Унан 2 аш ҡалағы ҡайнар һыу менән бешерәләр. Аҙаҡ йомортҡа һарыһын һәм майҙы ҡушалар.
Ҡатнашманы баш тиреһенә сәсте айырып һала-һала һөртәләр. Унан башты таҫтамал менән уратып, 15 минут тирәһе көтөргә кәрәк. Әгәр инде ныҡ яндырһа, йылымыс һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. Был ваҡытты яйлап ҡына арттырырға тырышығыҙ.
Аҙаҡ пеләшләнгән урында сәс үҫеп сыҡҡанын күреп һөйөнөрһөгөҙ.
Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептары менән һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.