+14 °С
Облачно
Ҡаймаҡ кеүек ҡуйылыҡтағы сырҙы кем яратмай икән! Уны эшләү бер ауырлыҡ та тыуҙырмай.
Бының өсөн 400 гр эремсек, 80 гр аҡ май, 1 йомортҡа, яртышар балғалаҡ сода, тоҙ, шәкәр кәрәк була.
Бейегерәк һауытҡа эремсек, йомортҡа, май, тоҙ, сода һәм шәкәр һалып, блендер аша үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны һыу
парында һүрән утта 10 минут болғата-болғата бешерәбеҙ. Башта масса күбекләнер, аҙаҡ ул яңы үткәрелгән ҡаймаҡ кеүек булыр.
Иретелгән сыр әҙер. Хәҙер уны махсус һауытҡа бушатып, ҡапҡасын ябып, һыуытҡысҡа ҡуйыр кәрәк. Ошолай иткәндә ул ҡуйырыр.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Файҙалы кәңәштәр.
Фото интернеттан алынды.