Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Июня 2022, 06:00

Ҡыяр ни өсөн үҫмәй?

"Нимә генә эшләһәм дә, ҡыярым барыбер үҫмәй",--тип зарлана ҡайһы берәүҙәр. Ҡыярҙың да төрлөсә ауырып алыуы һәм уны дауалау ысулдары ла бар. Иң мөһиме - йыбанмаҫҡа, ваҡытында эшкә тотонорға. Шулай итеп, тупраҡҡа азот етмәһә, үҫемлектең япраҡтары аҡһыл була, улар тора-бара һарғайып, ҡороп бөтә...

Ҡыяр ни өсөн үҫмәй?Ҡыяр ни өсөн үҫмәй?
Ҡыяр ни өсөн үҫмәй?

Ҡыяр үҫкән тупраҡҡа азот етмәһә, үҫемлектең япраҡтары аҡһыл була, улар тора-бара һарғайып, ҡороп бөтә. Азоттың етешмәүе иң тәүҙә аҫҡы япраҡтарҙа күренә. Фосфор етмәгән осраҡта ҡыярҙың япраҡтары ваҡ ҡына, үтә ныҡ йәшел, хатта зәңгәрһыу төҫтә була. Япраҡтар кипһә, ҡап-ҡараға әйләнә, үҫемлек аҡрын үҫә. Шундай уҡ хәл үҫемлектәргә һыуыҡ, тупраҡта кислород, һыу аҙ булғанда ла күҙәтелә.

Калий етмәгән тупраҡта үҫкән үҫемлектәрҙең аҫҡы япраҡтарының ситтәре көйгән кеүек була, япраҡтары тулыһынса һулый. Бындай тупраҡта кәкре-бөкрө, нәҙек кенә ҡыярҙар үҫә.

Бындай осраҡта ҡыярға өҫтәмә ашлама индереүҙән башҡа сара юҡ. Минераль ашламаларҙан аммиак селитраһы, суперфосфат, аммофос, мочевина кеүектәре һәр ваҡыт ҡул аҫтында булһын. Калий ашламаларынан калий сульфаты ла ярай. Комплексы ашламалар мотлаҡ азот, фосфор һәм калийҙы бергә йыя, ҡайһы берҙәрендә магний һәм башҡа микроэлементтар ҙа була. Тауыҡ тиреҫен тупраҡҡа индереү алдынан уларҙы 2 – 3 көн һыуҙа әсетәләр, шунан ағас көлө ҡушып әҙерләйҙәр. Тик иҫегеҙҙән сығармағыҙ – ҡыярҙың япраҡтарына эләккән ашламаны таҙа һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк.

Әгәр ҡыярҙан мул уңыш алырға, йәшелсәләрҙе ауырыуҙарҙан һаҡларға уйлаһағыҙ, тағы бер ысул бар. Ҡыярҙың 3— 4 япрағы күренеү менән ошолай эшләйбеҙ: 10 литр һыуға 15 тамсы йод, 20 грамм кер һабыны һәм 1 литр һөт ҡушып, ҡыярҙарға һибергә (һиптергес аша). Быны 10 көн һайын ҡабатлап торорға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас