Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Июня 2022, 12:24

Тултырылған тауыҡ бото

Ошо мәлдә алып үҫтергән бройлерҙар салып алырға әҙер ҙә шикелле. Ите ит менән, ә бына тауыҡ ботон ошолай итеп тултырырға була.  * Тауыҡ бото  * бәшмәк  * һуған  * сып  * тоҙ, брос - тәменә ҡарап. 

Тултырылған тауыҡ ботоТултырылған тауыҡ бото
Тултырылған тауыҡ бото

* Тауыҡ бото 

* бәшмәк 

* һуған 

* сып 

* тоҙ, брос - тәменә ҡарап. 

Башта итен тиреһенән айырып алына (һүрәттәге кеүек). Итен һөйәгенән айырып, турала. 

Бәшмәкте турап, һуған менән ҡуралар. 

Ит, бәшмәк, һуған ҡушып, фарш әҙерләнә. Сыр ҡырғыстан үткәрелә. 

Һыҙырып алынған тирене был фарш менән тултырыр кәрәк була. Осон таяҡсалар менән эләктереп ҡуялар. 

Әҙер тултырылған тауыҡ ботон 180-200 градус эҫелектәге духовкала 1 сәғәт тирәһе бешереп алалар. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас