Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Июня 2022, 06:32

Туңдырма

Билдәле булыуынса беҙҙе алда эҫе көндәр көтә. Балалар туңдырма таптыра ла башланы. Уны магазиндан һатып алғансы үҙебеҙ эшләйек. Бының өсөн 0.5 литр 33% ҡуйылыҡтағы һөт өҫтө (шыйыҡ ауыл ҡаймағы), 10 гр ванилле шәкәр, 200 мл ҡңшәкәр менән ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һәм миксер кәрәк була. 

ТуңдырмаТуңдырма
Туңдырма

Табаҡҡа һыуытҡыстан алынған ярты литр һөт өҫтөн йәғни ауыл ҡаймағын ҡоябыҙ. Унан 10 гр ванилле шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә миксерҙы ҡулыбыҙға алабыҙ. Башта миксерҙы бәләкәй тиҙлеккә ҡуябыҙ. 2-3 минуттан уртаса тиҙлеккә күсереп ҡуябыҙ. 5-7 минуттан, ҡаймаҡ күперә башлағас, яйлап ҡына шәкәр менән ҡуйыртылған һөттө ҡоябыҙ. Был ваҡытта миксер менән туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Күпереп торған туңдырманы һауыттарға ҡойоп, туңдырыу камераһына 5-6 сәғәткә оҙатабыҙ. 

Йәйҙәрегеҙ татлы булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас