Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Июня 2022, 09:30

Сәскә генә тимәгеҙ

Бәрхәт сәскәһен матурлыҡ өсөн генә түгел, ә уны һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн дә күпләп үҫтерәләр. Гинекологик яҡтан сир борсоған осраҡта бер бәрхәт сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.Йәрәхәтләнгән, бешкән урындарға бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән май ҡулланыла. Уның өсөн...

Бәрхәт сәскәһен матурлыҡ өсөн генә түгел, ә уны һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн дә күпләп үҫтерәләр. Гинекологик яҡтан сир борсоған осраҡта бер бәрхәт сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.

Йәрәхәтләнгән, бешкән урындарға бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән май ҡулланыла. Уның өсөн өс ҡалаҡ ваҡланған бәрхәт сәскәһенә ошо уҡ күләмдәге үҫемлек майы ҡушып төнгөлөккә ултыртып торорға. Икенсе көнөнә 60 – 70 градуслы ҡайнар һыулы һауытҡа ултыртып ярты сәғәт самаһы тоторға. Көнөнә ике-өс тапҡыр ауыртҡан ергә һөртөргә.

Бәрхәт сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне сайҡанғанда ҡулланыу стрестан ҡотҡара, нервы системаһы ҡаҡшағанда тынысланырға ярҙам итә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас